БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә 92 кешегә “COVID-19” диагнозы ҡуйылған, 173 пациент дауаханала медицина ярҙамы ала. 1233 кеше өйҙә дауалана, 89 кеше һауығып дауаханан сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып республикала 39 285 кеше вирус йоҡторған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир тағы бер кешенең ғүмерен өҙгән. Ковид ҡорбандарының дөйөм иҫәбе 538 кешегә еткән.