

Был ҡорамал Европа илдәре өсөн һис яңылыҡ түгел, бында уны һәр хужалыҡ һайын осратырға мөмкин. Һуңғы йылдарҙа «электрокөтөүсе» республикабыҙ ауылдарында ла күренгеләй башланы. Мәҫәлән, быйыл Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар, Ишембай районының Һарғай ауылдары ошо заманса ысул менән ҡуллана башлаған.
Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында «электрокөтөүсе» ҡуйыу башланғысын урындағы эшҡыуар Венера Зәйнуллина күтәреп сыҡҡан. Уның һүҙҙәренсә, әлегә эш башланып ҡына тора, һөҙөмтә күрмәйенсә нимәлер һөйләргә иртәрәк.
– Малдар сымдар менән кәртәләнгән ерҙә ныҡлап йөрөй башлаһа, эштең һөҙөмтәһе бар, тип ышаныслы әйтә алыр инек. Әлегә малдарҙы өйрәтәбеҙ.
Ҡорамал уңышлы эшләп китһә, ауылдағы иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе хәл ителәсәк, ти ҡырҙастар. Бөгөн ауыл халҡы өмә ойоштороп, көтөүлек ерҙәрен 7 саҡрым оҙонлоҡтағы сым менән уратҡан. Тиҙҙән системаны монтажлау эштәре тамамланасаҡ.
Эштәрегеҙ уң булһын, ҡырҙастар!