Бында 9 июндә киске сәғәт алты тирәһендә бер өйҙө йәшен ата. Ваҡиға шаһиттары һөйләүенсә, көслө итеп күк күкрәй һәм бер нисә минуттан һуң өй яна ла башлай. Был ваҡытта өйҙә бер кем дә булмаған, ғаилә эштән ҡайтып килгән булған. Янғын һүндереүселәрҙе күршеләре саҡыртҡан. Барлыҡ әйберҙәр, йыһаздар һәм көнкүреш техникаһы янған. Йорт әсәлек капиталына һатып алыныуы тураһында, ғаилә башлығы уға төкөтмә һуғыуы тураһында билдәле.
Әлеге ваҡытта райондың битараф булмаған кешеләре ғаиләгә ярҙам итеү өсөн аҡса йыя. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ғаиләлә өс, алты һәм 13 йәшлек өс бала тәрбиәләнгән. Янғын тураһында хәбәр бер сәғәт үткәс, киске сәғәт етелә генә килеп еткән. Йорт янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама менән йыһазландырылған булған. Ул эшләгән.