Һуңғы осорҙа халыҡ һаны аҙ булыуға, аҡса булмауға һылтанып, ауыл клубтарының күбеһе ябылғайны. 2009 йылдан 2019 йылға тиклем Рәсәйҙә мәҙәниәт йорттары һаны 11 процентҡа тиклем кәметелгән.
РФ Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа мәҙәниәт йорттарын нигеҙһеҙ ябыуға юл ҡуймау тураһында закон проекты ҡабул ителде. Уға ярашлы, ауыл клубын ябыу алдынан халыҡ фекере һәм махсус комиссия ҡарары иҫәпкә алынырға тейеш.
Яңы закон ҡабул ителә ҡалһа, хәҙер ауыл халҡы ҡаршы торһа, район етәкселәре бюджет сығымдарын ҡыҫҡартыу һылтауы менән мәҙәниәт усағы эшмәкәрлеген туҡтата алмаясаҡ.