Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июнь 2021, 05:10

Хеҙмәт ҡаһарманлығы стелаһы ҡайҙа ҡуйыласаҡ?

Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең 20 ҡалаһына "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" маҡтаулы исемен биреү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйғайны. Исемлектә беҙҙең баш ҡалабыҙ Өфө лә бар. Федераль законға ярашлы, ҡала гербы һәм указ тексы менән стела ҡуйылырға тейеш.

Стела урыны буйынса конкурс та үтте. Ҡала халҡына бер нисә вариант тәҡдим ителде (Ағиҙел яры, УПМО мәҙәниәт һарайы майҙаны, Калинин исемендәге парк). Өфөләр Ағиҙел буйын һайланы.
БР Башлығы Радий Хәбиров бөгөн профсоюздар активы менән осрашыуында ҡалабыҙға лайыҡлы стеланың Өфөгә көньяҡлап ингән ерҙә, Ағиҙел ярында урынлашасағын һөйләне. Был хаҡта "Башинформ" агентлығы (www.bashinform.ru/news/1605086-radiy-khabirov-rasskazal-gde-ustanovyat-stelu-gorod-trudovoy-doblesti) хәбәр итә.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас