Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июнь 2021, 11:18

Венер Ғәлиев беҙҙең ярҙамға мохтаж!

Башҡорт спортсыһы йәнә оло һынау алдында.

«Хәйерле көн, милләттәштәр!
11 июндә Ҡазан ҡалаһында, беҙҙең данлыҡлы батырыбыҙ Венер "Башҡорт" Ғәлиевтың хушлашыу көрәше була. Беҙ, егеттәр, уға барып ярҙам итеп ҡайтырға ниәтләйбеҙ.
Билет хаҡы 300 һумдан башлап 25000-гә тиклем.
Шуға күрә, егеттәр һәм ағайҙар, «берҙәмлек» тигән һүҙ һүҙ генә булып ҡалмаһын, әйҙәгеҙ, барайыҡ.
Венер ағай өсөн янып-көйөп, күршеләребеҙҙең баш ҡалаһын гөрләтеп, бергәләп, күңелле итеп йөрөп ҡайтайыҡ! Кем теләге һәм мөмкинлеге бар – миңә шылтыратығыҙ! 89177607601», – тип яҙа Венер Ғәлиевтың көйәрмәндәре.
Читайте нас