Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июнь 2021, 10:01

Тән яралары уңалыр ҙа...

Ҡазан фажиғәһендә зыян күргән уҡыусыларҙың береһе бер ай үткәс кенә дауаханан сыҡҡан.

Фажиғәлә 175-се гимназияның 8-се класс уҡыусыһы, «Фәриҙә-Алһыу» дуэты солисы Алһыу Сөнәғәтуллинаның улы Ислам да ҡаты яралана. Әсәһе улының хәле тураһында һөйләй:
– Был фажиғә тураһында көн һайын улым, атай-әсәйҙәр менән һөйләшәбеҙ. Балаларыбыҙҙың тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ. Атыш тауыштарын ишеткәс тә, мәктәпкә террорсы һөжүм итеүен аңланым. Улым арҡаһы яраланып, мәктәптән сыҡҡас та шылтыратты. Әсәй, барыһы ла яҡшы, борсолма, тине. Бындай саҡта иң ауыры билдәһеҙлек бит ул. Балаҡайым иптәштәренә ярҙам итергә тип тә ынтылған, ҡотҡарыусылар уны тынысландырып, дауаханаға оҙатҡан. Улым дуҫы Айрат менән Республика балалар клиник дауаханаһында ятты, бер аҙна элек яраһынан ептәрен алдылар, хәҙер ул өйҙә.
Йәй етте, ауылға ҡайтырға теләй, әммә табиптар рөхсәт бирмәй. Тәҡдир тигәндәре шулдыр инде. Ҡәһәрле иртәлә улымдың класташы Кәрим йоҡлап ҡалған. Саҡ ҡына ауырып торған булған, әсәһенең өгөтләүенә ҡарамайынса мәктәпкә сығып йүгергән. Кәрим дә ҡаты яраланып, дауаханаға эләкте.
Был ваҡиғалар балаларыбыҙҙың донъяға ҡарашын үҙгәртте, улар ҡапыл олоғайып китте. Шул тиклем татыу класс ине, йөрәк әсенә. Балаларыбыҙҙың имен-һау мәктәпте тамамлауын теләйбеҙ. Мәғариф системаһына етди үҙгәрештәр индереү кәрәк. Сөнки балаларға рухи тәрбиә биреү аҡһай, ҡоро Маҡтау ҡағыҙҙары артынан йүгереү, күберәк яһалма белем биреү күҙәтелә, күпселегенең башында бушлыҡ. Шул бушлыҡты нимә менән тултыралар һәм ул бына ниндәй һөҙөмтәләргә килтерергә мөмкин? Балалар менән йышыраҡ һөйләшергә кәрәк, ғөмүмән, һәр ғаиләнең шәхси психологы булырға тейеш тип һанайым».
Ҡазан фажиғәһенә бер ай... Тән яралары уңалыр ҙа, ә бына күңел яралары бик тәрән шул...
Читайте нас