Беренселек былтыр уҙырға тейеш ине, әммә коронавирус пандемияһы арҡаһында ул быйылға күсерелде. Чемпионат, донъя беренселеге кеүек, дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Хәҙер уның 16-сы чемпионы асыҡланасаҡ. Финляндия менән Төньяҡ Македония уйынсылары үҙ тарихында беренсе тапҡыр ҙур турнирҙа дебют яһаясаҡ. 1960 йылда уҙған тәүге бәйгелә Европаның дүрт көслө командаһы ғына көс һынашып, СССР футболсылары беренсе еңеүсе булып танылғайны. Шунан һуң улар өс тапҡыр – 1964, 1972 һәм 1988 йылдарҙа финалда уйнап, көмөш миҙал призеры була. Шулай уҡ бер тапҡыр дүртенсе урын менән дә ҡәнәғәтләнгәйнеләр. Ә инде Рәсәй командаһы 2008 йылда ғына өсөнсө урын яулап, тәүгә уңышҡа өлгәште.
Чемпиондарға килгәндә, Испания менән Германия – өс, Франция – ике һәм Италия, Чехословакия, Нидерланд, Дания, Греция, Дания менән Португалия уйынсылары берәр тапҡыр еңеү яулай.
Беренселек тарихына байҡау яһағанда, ул 1980 йылға тиклем дүрт команданан ғына торҙо. 1992 йылдан – һигеҙ, 1996 йылдан – 16 һәм быйылғыһынан алып 24 көслө команда ҡатнаша. Төп кубокты УЕФА-ның беренсе генераль секретары Анри Делон исеменә бағышлап, уны 2008 йылға тиклем уйнаталар. Сөнки Делон тәҡдиме менән ҡитға турниры ойошторола. Кубокты яулаған һәр команда уны үҙендә дүрт йыл буйы тотоп, киләһе еңеүсегә тапшырып барҙы. Хәҙер төп призды бер аҙ үҙгәртеп, 18 сантиметрға оҙонайталар һәм ул ике килограмға ауырайҙы.
Беҙҙең футболсылар «В» төркөмөндә плей-оффҡа эләгеү өсөн Бельгия, Дания һәм Финляндия командалары менән уйнаясаҡ. Плей-офф тигәндән, унда һәр төркөмдән икешәр көслө команда сығасаҡ.
Рәсәй командаһы беренсе осрашыуын 12 июндә Санкт-петербургта Бельгия футболсылары менән уҙғарып, 16-ында – Финляндия һәм 21-ендә Дания уйынсылары менән көс һынашасаҡ.
Команда ошо составта һынау тоторға сыға:
ҡапҡасылар: Юрий Дюпин («Рубин»), Матвей Сафонов («Краснодар»), Антон Шунин («Динамо»);
һаҡсылар: Георгий Джикия («Спартак»), Игорь Дивеев, Марио Фернандес (икеһе лә – ЦСКА), Юрий Жирков, Вячеслав Караваев (икеһе лә – «Зенит»), Федор Кудряшов («Антальяспор», Төркиә), Андрей Семенов («Әхмәт»);
ярымһаҡсылар: Дмитрий Баринов, Рифат Ямалетдинов (икеһе лә – «Локомотив»), Максим Мухин (ЦСКА), Александр Головин («Монако», Франция), Даниил Фомин («Динамо»), Роман Зобнин («Спартак»), Алексей Ионов («Краснодар»), Далер Кузяев, Андрей Мостовой, Магомед Оздоев (бөтәһе лә – «Зенит»), Денис Макаров («Рубин»), Алексей Миранчук («Аталанта», Италия), Денис Черышев («Валенсия», Испания);
һөжүмселәр: Артем Дзюба («Зенит»), Антон Заболотный («Сочи»), Александр Соболев («Спартак»).