Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июнь 2021, 12:08

Ирекмәндәр вакцинация үтә

Бөтә донъя фольклориадаһында 800 ирекмән эшләйәсәк.

Улар барыһы ла КОВИД -ҡа ҡаршы вакцина эшләтә.
Башҡортостандың баш ҡалаһына килгән ҡунаҡтарҙы 450 ирекмән ҡаршы ала. Ҡалғандары фестиваль делегацияһын бөтә республика буйынса оҙатып йөрөйәсәк. Ирекмәндәрҙең күбеһе вакцинаның тәүге компонентын алған да инде.
- Мин ирекмәндәрҙең тим-лидеры, "Ватан" этнопаркындағы төп сәхнә өсөн яуаплы. Шунда сығыш яһаясаҡ сит ил делегацияһына ярҙам итәбеҙ. Уларҙың мәҙәниәте менән яҡындан танышыу, аралашыу ҡыҙыҡлы буласаҡ, - ти Рәмзис Зәйҙуллин.
Читайте нас