Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июнь 2021, 12:50

Беҙ һеҙҙең менән! Ә һеҙ?

Өфөнөң Матбуғат йорто алдында гәзит-журналға яҙылыу байрамы ойошторолдо. Сара Рәсәй һәм Өфө ҡалаһы көнөнә, республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамына бағышланды. Байрам төшкә ҡарай башланыуға ҡарамаҫтан, Матбуғат йорто алдындағы майҙан иртә таңдан умарта күселәй гөжләп торҙо. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров, БР Журналистар союзы рәйесе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сәләмләне.

– Милли киң мәғлүмәт саралары туған телдәрҙе һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә туранан-тура роль уйнай. Билдәле «Арғымаҡ» рок-төркөмөнөң йырындағыса, беҙ – бергә. Беҙ баҫма матбуғаттың аудиторияһын бергәләп арттырырға тейешбеҙ. Республикаға Радий Фәрит улы Хәбиров етәкселек итә башлау менән, был өлкәгә иғтибар артты. Күптән түгел «Медиайыйын» киң мәғлүмәт саралары форумы уҙҙы. Сарала ҡабул ителгән ҡарарҙар башҡорт матбуғаты өсөн ҙур файҙа килтерер, тип ышанам. Матбуғатты үҫтереү – беҙҙең ҡулда! – тип белдерҙе Эльвира Айытҡолова.
Артабан сара сағыу йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Гәзит-журнал һөйөүселәрҙе республикабыҙҙың билдәле артистары тәбрикләне. Артистарға ҡушы­лып, халыҡ йырлап-бейеп күңел асты, шул уҡ ваҡытта яратҡан баҫмаларына яҙылырға ла өлгөрҙө. Байрамды башҡорт тирмәһе, кәсепселәрҙең сағыу күргәҙмәләре биҙәне. Гәзитебеҙ редакцияһы сәй эсеү биләмәһе булдырып, уҡыусыларын үҙ янына йыйҙы, милли ризыҡтарыбыҙ – гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы Гөлдәр Ишҡыуатова Баймаҡ районынан ебәргән муйыллы кипкән ҡорот һәм буҙа менән һыйланы.
Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле продюсер Рөстәм Ғиззәтуллин гәзитебеҙ дуҫтарына матур йыр бүләк итте һәм уға яҙылырға саҡырҙы.
Байрамдың иң «тәмле» өлөшөн – гәзит-журналға яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыуҙы һәр ҡатнашыусы көтөп алды. Шулай итеп, иң төп приз – телевизорға Өфө районының Шамонин ауылынан Вәғиҙә Солтанғолова лайыҡ булды. «Үҙемде белгәндән алып гәзит-журнал уҡыйым. Бөгөнгө сараға ла дуҫтарым менән ашҡынып килдек, «Башҡортостан ҡыҙы», «Ватандаш», «Тамаша» һәм «Аманат» журналдарына яҙылдыҡ. Бөгөн күптәр ваҡытлы матбуғатты интернетҡа күсереү яҡлы. Минеңсә, ҡағыҙ баҫманы алдырып уҡыу күпкә яҡшыраҡ, сөнки интернеттан рухи аҙыҡ алыу ауырыраҡ», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты уҡыусыбыҙ.
Шулай уҡ ҡиммәтле бүләк – микротулҡынлы мейес «Аҡбуҙат» журналының элекке мөхәррире, билдәле шағирә Тамара Юлдашеваға эләкте. Ул ун йыл дауамында үҙе етәкселек иткән журналға һәм башҡа күп баҫмаға яҙылған. Әйткәндәй, тап кисә шағирә үҙенең тыуған көнөн билдәләгәйне. Киләһе бүләк тә «Аҡбуҙат» журналы яҙылыусыһына сыҡты – мультибешергескә хеҙмәттәшебеҙ Даян Мәжитов эйә булды. Артабан яҙылыусылар араһында ҡиммәтле һауыт-һаба, ваза һәм башҡа иҫтәлекле бүләктәр уйнатылды.
Баҫма матбуғат саралары оҙаҡламай юҡҡа сығасаҡ, киләсәк интернет ҡулында, тип күпме генә ҡурҡытмаһындар, бөгөн гәзит-журналдар нәшер ителеп тора, уҡыусылары арта бара, шул уҡ ваҡытта улар социаль селтәрҙә лә үҙ аудиторияһын булдыра. Матбуғат йорто алдындағы байрам ошо хәҡиҡәтте йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Беҙ һеҙҙең менән! Ә һеҙ?
Гөлнур Ҡолһарина, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе:
– Беҙҙең киң мәғлүмәт саралары ойошторған һәр сарала, байрамда әүҙем ҡатнашам. Интернет үҫешһә лә, ҡағыҙ баҫманы ҡулға тотоп уҡыуға етмәй. Шуға ла милләттәштәребеҙҙе матбуғат баҫмаларына яҙылырға саҡырам. Гәзит-журнал уҡыған кешеләр заман менән бергә атлай, дөрөҫ мәғлүмәттәр менән танышып бара. Бөгөнгө акция барышында ойошторолған гәзит-журналға яҙылыуҙа ҡатнашып, үҙемә һәм яҡындарыма, бер нисә күп балалы ғаиләгә ваҡытлы матбуғат баҫмалары бүләк иттем.

И. ХУЖАБИРГӘНОВ.

Ю. КӘРИМОВ фотолары.

Читайте нас