1943 йылдың 10 июнендә американлы Милтон Рейнолдс шарлы ручкаға (шариковая ручка) патент алған. Әммә был әфәнде ручканы уйлап табыусы түгел, имеш.
Ласло Биро исемле венгр журналисы ҡауырһынлы ручкаға ҡарағанда яҙыу буяуының бик тиҙ кибеүенә иғтибар иткән. Буяу артынан тап та ҡалдырмаған. Журналист төрлөсә тәжрибә яһап ҡараған: типография буяуын ҡауырһынлы ручкаға ҡушҡан, тик был уңыш килтермәгән. Ахырҙа химик туғанынан ярҙам һораған. Улар бергәләп ручканың осона металл шар резервуары ҡуйырға кәрәклеген белеп ҡалған. Шар яҙғанда әйләнә һәм буяу ҡағыҙға төшә. Тәүге өлгө 1938 йылда яҙылған.
Һуғыш арҡаһында ағалы-ҡустылы был икәү Аргентинаға күсенергә мәжбүр булған. Унда 1942 йылда ручка етештерә башлағандар. Тик Биро был асышын Венгрияла һәм Аргентинала ғына патентлай алған. Американлы Рейнолдс иһә уның идеяһын урлаған икән. Аргентинала шарлы ручка һатып алған да, ҡайтҡас, патентлап, үҙҙәрендә сығара башлаған. Ә Биро уны үҙенеке тип иҫбатлай алмаған... Ысынмылыр бушмылыр.
Әммә кем уйлап тапһа ла, бик уңайлы ул ручка, шулаймы? Хәҙер клавиатураға яҙыу ғәҙәткә инеп бара. Шулай ҙа шариклы ручка һаман да популяр, һаман да кәрәк.