Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июня 2021, 04:05

Асыҡ һауала - китапхана

"Бына ҡайһылай икән беҙҙең йәйебеҙ..." тип атала асыҡ һауалағы китап күргәҙмәһе. Китап ҡына түгел, ә ҡыҙыҡлы уйындар ҙа әҙерләнгән балаларға.

Ҡариҙел районы китапханасылары балаларға матур бүләк әҙерләгән.

Әйткәндәй, райондың Балалар китапханаһы "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса ойошторолған "Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына дәүләт ярҙамы" сараһында һайлап алыу турын уңышлы үтеп, еңеүсе исемен яулаған.
Әлеге асыҡ һауалағы китапханала балаларға өҫтәл уйындары, интеллектуаль мәсьәләләр, йәй тураһында йомаҡтар тәҡдим ителде. Тәмлекәстәр менән дә һыйланылар.
Китапханасы Регина Хәбирова әйтеүенсә, бында 4D форматта тауышлы китаптар ҙа алынған. Улар менән айырыуса балалар ҡыҙыҡһына. Ҡояшлы көндә урамда сара уҙғарыу ниәтен дә күптәр хуплаған.
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас