Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июнь 2021, 09:26

Шайморат ауылында — Башкавдивизия яугирҙары вариҫтары

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында «Шайморатовсылар — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» белешмәһенең исем туйы уҙҙы.

Сара Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Бөгөн бында Башкавдивизия яугирҙарының яҡындары — балалары, ейәндәре, бүләләре һәм «Шайморатов вариҫтары» проектында әүҙем ҡатнашҡан, ҡаһармандарҙың исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән кешеләр йыйылды. Тантанала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәте, Хәрби Дан һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙары вәкилдәре, Нуриман, Йәрмәкәй, Илеш, Белорет, Салауат, Стәрлебаш, Учалы, Ишембай райондарынан, Өфө, Сибай, Учалы, Октябрьский ҡалаларынан делегаттар сығыш яһаны. Сараға килеүселәрҙе Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сәләмләне.

Был тантана төбәк-ара сараға әйләнде. Шайморатов ауылына Тверь өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Марат Бәхтиев килде. Уның ҡартатаһы ла 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында хеҙмәт иткән.

«Минең ҡартатайым Дилмөхәмәтов Хафиз Закир улы Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294 полкында хеҙмәт итә. 1942 йылдың 26 ноябрендә һәләк була. Ҡара ҡағыҙҙа яҙылыуынса, Ростов өлкәһе Степаново ауылында ерләнгән. Шул урында Башкавдивизия яугирҙары иҫтәлегенә стела асырға ниәтләйбеҙ. Унда дүрт яугирҙың исеме буласаҡ», - ти Тверь өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Бәхтиев.

Был эште ул Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәхмүт Сәлимов менән берлектә башҡара. Стеланың быйыл ҡуйылырына ышанысы ҙур.

Эльза Саттарованың да атаһы һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайта. Ғүмере буйы үҙенең тыуған Ҡырмыҫҡалы районында балалар уҡыта. Математика уҡытыусыһы булып эшләй. Биҡҡужин Абдулхак Закир улы 1941 йылдың 7 ноябрендәге тарихи парадта ҡатнаша. Миңлеғәле Шайморатовтың яҡташы булыуына бик ғорурланды тип хәтерләй ул атаһын.

Нуриман районынан һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Долорес Хамматова проект өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

«Шайморатов вариҫтары» проектының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Йәш быуын ил киләсәге өсөн башын һалған ҡаһармандарҙы белеп үҫергә тейеш, уларҙың батырлығы онотолорға тейеш түгел. Беҙ, Нуриман районы ветерандары, Шайморатов генерал ерендә өсөнсө тапҡыр. Килгән һайын рухланып, ата-бабаларыбыҙ исемен мәңгеләштереү эшен дауам итергә дәрт алып ҡайтабыҙ. Проект дауам итһен, был бик кәрәкле эш!" — тине Долорес Хамматова.

Яугирҙар вариҫтарына һәм «Шайморатов вариҫтары» проекты активистарына китап бүләк ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Якупов әүҙемселәргә Рәхмәт хаттары менән билдәләне. Шайморатов ауылы музейына легендар яҡташтары һәләк булған урындан бер ус тупраҡ һалынған тубустар тапшырылды.

Читайте нас