Атап әйткәндә, шашка хәрәкәтен булдырыу һәм үҫтереү программаһы төҙөләсәк, йыл һайын «Шашка буйынса донъя кубогы» уҙғарыласаҡ, ә «Башҡортостан үҙәк шашка клубы» базаһында спорт мәктәбе асыласаҡ.
Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарынан шашканы үҫтереү буйынса эшлекле тәҡдимдәр ҡабул ителә. Ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина һүҙҙәренсә, Башҡортостан Башлығының Указы бик ваҡытлы һәм был спорт төрөнә дәүләт кимәлендә үҫешергә мөмкинлек бирә.
«Шашка – республиканың иң алдынғы интеллектуаль спорт төрҙәренең береһе. Һуңғы осорҙа беҙ федераль, халыҡ-ара кимәлдә танылдыҡ. Был йәһәттән республикала күп йыллыҡ йолалар йәшәп килә һәм уларҙы нигеҙ булараҡ файҙаланырға кәрәк», — тип белдерҙе Тамара Танһыҡҡужина.
Атаҡлы шашкасы билдәләүенсә, Башҡортостанда йыл һайын «Донъя кубогын» уҙғарырға һәм үҙебеҙҙең чемпиондарҙы тәрбиәләүҙе дауам итергә кәрәк.
«Киләсәктә Өфөлә Бөтә донъя интеллектуаль уйындар уҙғарылыр тип өмөтләнәм. Бының өсөн, беренсенән, төбәк муниципалитеттарына «Үргә ос» программаһына иғтибар бирергә кәрәк, унда әле шахмат индерелгән. Республикала шашканы йәйелдереү өсөн балаларҙың математик һәләттәрен башланғыс кластан, хатта балалар баҡсаһынан уҡ үҫтерергә кәрәк».
Шулай уҡ яҡын киләсәктә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында шашка буйынса тренерҙар һәм педагогтар әҙерләү күҙаллана.