Быйыл Рәсәйҙең эре ҡалаларын кикшеринг эпидемияһы баҫып алды. Кикшеринг – ҡыҫҡа ваҡытҡа индивидуаль мобиль сараны ҡуртымға алыу тигәнде аңлата. Рәсми рәүештә электр самокатын 18 йәше тулған шәхес кенә ҡуртымға алырға тейеш. Ләкин кикшеринг компаниялары клиенттың йәшен һис тә тикшереп тормай. Мобиль ҡушымтала теркәлгән ваҡытта уларҙы күберәк банк картаһы ҡыҙыҡһындыра. Кикшерингтың үҫеше тротуарҙарҙа авариялар хәүефен арттырҙы. Бөгөн табип – травматологтар, дәүләт автоинпекцияһы хеҙмәткәрҙәре самокатҡа кире мөнәсәбәтен белдерә
Баш ҡала пабликтарында үҫмерҙәрҙең самокатта юлға сығып, машиналар өсөн авария хәлен тыуҙырған видеолары бик күп. Икешәр – өсәр тейәлеп, Салауат Юлаев проспектына сығырға, транспорт хәрәкәте үтә көслө булған трассаны аша сығырға ла ҡурҡмайҙар. Уҙған айҙа ике ҡыҙ электр самокатында машинаға килеп бәрелде. Улар Инорс биҫтәһендә машиналар йөрөгән һыҙат буйлап китеп барған. Ҡыҙҙар идара итеүҙе юғалтҡан, ярай әле етди зыян күреүселәр булмаған. Самокатсыларҙың үҙ хәүефһеҙлегенән тыш, уларҙан йәйәүлеләр, бигерәк тә оло кешеләр һәм кескәй балалар ыҙа сигә. “Лихач”тар кешеләрҙе имгәтергә күп һорамай, улар йыш ҡына язаһыҙ ҡала.