1 ғинуарҙан үҙгәрештәр булмағайны шикелле (уның ҡарауы йылылыҡҡа самаһыҙ ҙур суммалар ебәреп, беҙҙе стресҡа һуҡтылар, ярай әле, халыҡ ҡуҙғығас, хаталарын төҙәттеләр...), 1 июль яҡынлаша, тимәк, хаҡтар күтәреләсәк.
БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк белдереүенсә, электр энергияһына түләү – биш, газға – өс, башҡа коммуналь хеҙмәттәргә уртаса шулай уҡ өсәр процент артасаҡ.
Һәм беҙҙе йыуаталар: бөтә хеҙмәттәргә, дөйөм алғанда, түләүҙәр 5,8 проценттан да күберәккә күтәрелмәйәсәк.
Фото: БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты.