Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июнь 2021, 10:03

Дәүләкән районында – ҡот осҡос фажиғә...

Бында 31 йәшлек кенә ирҙең ғүмере аяныслы өҙөлгән.

Һыу инеү миҙгеле асылып та өлгөрмәне, аяныслы осраҡтар теркәлә лә башланы. Кисә Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында бер ир батып үлгән. Ашығыҙ хеҙмәттәргә хәлгә шаһит булыусылар шылтыратҡан. Ир иҫерек килеш һыуға ингән, тип фаразлана.
Фажиғә урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре юллана. Һыу төбөнән 1990 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла һәм хоҡуҡ һаҡсыларына тапшырыла. Ҡотҡарыусылар ошоноң кеүек ҡот осҡос хәл килеп тыумаһын өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра:
– рөхсәт ителгән пляждарҙа ғына һыу инегеҙ;
– таныш булмаған урында һыуға суммағыҙ;
– билдәләнгән урындан йыраҡҡа йөҙмәгеҙ;
– яңғыҙ ғына һыу инмәгеҙ ;
– иҫерек килеш һыуға төшөү бөтөнләй тыйыла;
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу аяныслы осраҡҡа һәм һәләкәткә килтерә. Һаҡ булығыҙ!
Читайте нас