Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июнь 2021, 05:55

20 миллиондың 20 һумлыҡ файҙаһы булһа ярай ҙа…

Оҙаҡламай, йәғни ике көндән башланасаҡ футбол буйынса Европа беренселеге алдынан, унда ҡатнашасаҡ команда баш тренерҙарының килемдәре хаҡында тауыш ҡупты.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, беҙҙең Черчесов Европаның иң күп эш хаҡы алып эшләгән белегестәр исемлегендә юғары бишенсе урынды биләй. Унан күберәк Франция, Англия, Германия һәм Нидерланд «баш»тары ғына ала. Ҡыҫҡаса әйткәндә, Черчесовтың йыллыҡ килеме - 2,5 миллион евроға тиң. Беҙҙең һумға әйләндергәндә, ул айына 20 миллион һум ала тигән һүҙ. Ҡот осҡос бит! Ә һөҙөмтәне үҙегеҙ белеп тораһығыҙ. Уҙған чемпионат еңеүсеһе Португалия командаһының белгесе лә унан әҙерәк ала. Милләт-ара лигаһында беҙҙе уҙып киткән Венгрияның баш тренеры, хатта һигеҙ тапҡырға кәмерәк алып эшләй. Донъя чемпионатының һайлап алыу төркөм осрашыуында Рәсәй командаһын отҡан Словакия белгесе, йылына 180 мең евро ғына байый…
Фото: ТАСС.
Читайте нас