Азат Нуриәхмәт улы Ҡотлоәхмәтов 1956 йылдың 10 октябрендә Учалы районының Мансур ауылында тыуған.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1974 йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында электр слесаре булараҡ башлаған. Аҙаҡтан Учалы ҡала советының башҡарма комитеты спорт комитеты рәйесе була, аҙаҡтан ҡала-район, республика кимәлендә экология һәм тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә төрлө вазифалар биләй.
2003 - 2010 йылдарҙа Өфө хакимиәтенең Ҡала көнкүрешен тәьмин итеү идаралығында экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге начальнигы була.
2010 йылда БР тәбиғәтте ҡулланыу һәм экология министры ителә.
2012 йылдан М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла экология, география һәм тәбиғәтте ҡулланыу кафедраһы доценты була.