Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июня 2021, 14:50

Рикотта сыры менән ташҡабаҡтан запеканка

Ташҡабаҡтан тәмле ризыҡ.

Уртаса ҙурлыҡтағы ике ташҡабаҡ, һарымһаҡ, укроп, 150 г Рикотта сыры, ябай сыр,томат соусы, 1 йомортҡа, тоҙ кәрәк.
Ташҡабаҡты таҫмалап турап, табаға аҙ ғына май һалып, ҡыҙған мейестә 20 минут бешерергә. Һарымһаҡты иҙеп, укропты турап, Рикотта , ябай сыр, йомортҡа ҡушып, эслек әҙерләргә. Шуны бешкән ташҡабаҡ эсенә төрөргә. Табаға томат пастаһы һалып, ташҡабаҡтарҙы теҙергә. Өҫтөнә тағы ла соус, ҡырғыстан үткәрелгән сыр һалып, мейестә 15 минут тоторға. Запеканка әҙер.
Фото: vkusnahka.ru
Читайте нас