Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июнь 2021, 11:03

Лагерға барыу өсөн медосмотр үтергә кәрәкме?

Балаларын йәйге ял лагерҙарына ебрәрегә йыйыныусы ата-әсәләрҙе бер һорау борсой: ял алдынан балаға медосмотр үтергә кәрәкме?

Был һорауға һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова асыҡлыҡ индереп үтте. Уның әйтеүенсә, ысынлап та медицина тикшереүе үтергә кәрәк.
«Лагерға барыусы бала алдан медосмотр үтеп, 086У, 079У формаһындағы белешмә алырға тейеш. Унда баланың ауырыуҙары, привикалары, анализдарының һөҙөмтәләре, шулай уҡ инфекция менән зарарланыусылар менән бәйләнештә булыу-булмауы күрһәтелергә тейеш», – тине ул.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас