Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июнь 2021, 16:24

Эскелектән енәйәткә бер аҙым

Кисә кисен Өфөлә 57 йәшлек ҡатын ике танышы менән араҡы эскән. Ултыра торғас, ирҙәрҙең береһе уҡлауҙы алып, хужабикәнең аяғына бер нисә тапҡыр елгәргән. Ҡатындың бәшәләй һөйәге һынып киткән.

Ул һылтыҡлап урамға сығып, полиция хеҙмәткәрен саҡырған. Һуғышҡаҡ ирҙе ҡулға алғандар. Алдан бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 40 йәшлек ир үҙ ғәйебен танған.
Ә 5 июндә Балаҡатай районының Майғаҙы ауылында ир менән ҡатын спиртлы эсемлектәр эскәндә ирешеп, ҡатын иренең күкрәгенә бысаҡ менән сәнскән.
Иҫерек ир быға әһәмиәт бирмәй, һаман эсеүен дауам иткән. Бер ваҡыт ул иҫен юғалта башлаған. Әлдә бәхетенән өйҙәренә әсәһе килеп инеп, "Тиҙ ярҙам"ды саҡырған.
Ир - медучреждениела, ә 46 йәшлек ҡатыны полиция бүлегендә...
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас