Тәбиғәт паркы үҙенсәлекле тәбиғәт комплекстарын, һирәк осрай торған йәнлек һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау, туризм һәм ял ойоштороу маҡсатында булдырылған. Дөйөм майҙаны 36 мең гектар булған үҙенсәлекле был объект ғилми, тарихи-мәҙәни һәм этнографик әһәмиәткә эйә. Уның биләмәһендә Мәмбәт һәм Ҡуҙғанаҡ тип аталған иң бейек ҡаялар һәм Уралдағы иң оҙон “Еңеү” мәмерйәһе урынлашҡан.
Бында һирәк осрай торған үҫемлектәр һәм йәнлектәр һаҡланып ҡалған. Йылғаһында “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән балыҡтар йәшәй, үҙенсәлекле ҡоштар төрө бар. Умартасылыҡты үҫтереү өсөн бик яҡшы база булдырылған.