Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июнь 2021, 07:05

Бөгөн – Халыҡ-ара йорт хужабикәләре көнө

– Ҡатының ҡайҙа эшләй?– Эшләмәй, өйҙә ултыра.– Аһа, ҡалай рәхәт! – шундай һөйләшеү ишетелеп ҡала ҡайһы саҡта. Йорт хужабикәләренең “эшләмәй генә” ултырыуын күрергә ине...

Беренсенән, хужабикәләрҙең (домохозяйки, йәғни) өйҙә ҡырылмаһа, ҡырҡ эше булғанын беҙ бик яҡшы беләбеҙ. Ҡалала йорт хужабикәләре бик әҙ ҙә әле ул. Ауылдарҙа ғына эш булмағанлыҡтан өйҙә ҡалырға мәжбүрҙәр. Унда ла бал ҡорто шикелле өй-ихата-һарай-баҡса-балалар-кухня араһында бер туҡтауһыҙ йүгерә-атлай йөрөгән ҡатын-ҡыҙға һоҡланырға ғына ҡала.
Икенсенән, бөгөн уларҙың байрамы икән. Тммәк, бер аҙ ғына булһа ла ял итергә тулы хоҡуҡтары бар.
Халыҡ-ара йорт хужабикәләре көнөн булдырыу идеяһы Мексикала барлыҡҡа килгән. Мехико ҡалаһындағы Ҡатын-ҡыҙҙар милли институты (эйе, шундай ҙа учреждение бар, имеш) хеҙмәткәре Габриэла Дельгадо өйҙә ултырған ҡатын-ҡыҙҙың ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу, балалар тәрбиәләү юлы менән ил үҫешенә тос өлөш индереүенең мөһимлеген билдәләгән. Ғаилә хужалығын алып барыу, бала тәрбиәләү – электән ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы.
Америка иҡтисадсылары иҫәпләп сығарыуынса, өйҙә эш башҡарған ҡатындарҙың килеме арыу ғына булырға тейеш. Бөтә эшен, оҫталығын һәм белемен берләштереп, “йорттағы эш хаҡы”ның 11 000 долларға (долларҙың һумға ҡарата бөгөнгө хаҡы – 72,82 һум) тиң булыуын һанап сығарғандар.
Фото: vk.com
Читайте нас