Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июнь 2021, 13:22

Аҫалы балаҫ Стәрлетамаҡ районының да ғорурлығы

Быны иҫбатлап, Күсәрбай ауылында матур байрам ойошторолдо.

Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында "Аҫалы балаҫ байрамы" үтте. Сараға райондан ғына түгел, республиканың башҡа төбәктәренән дә ҡунаҡтар йыйылды. Күсәрбай оҫталары тәжрибә уртаҡлашты, йорт шарттарында балаҫ һуғырға өйрәтте. Был ерлектең туҡыусылары "Айыҡ ауыл" конкурсын барышында ойошоп, боронғо кәсепте тергеҙеү буйынса ҙур эш башлаған.
Күсәрбайҙар "Айыҡ ауыл-2020" конкурсында урта ҙурлыҡтағы ауылдар араһында беренсе урын яулап, 5 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Читайте нас