Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июнь 2021, 08:32

«Янғын хәбәрсеһе» өс баланы үлемдән ҡотҡарған!

Миәкә районында 5 июндә күп балалы ғаилә йәшәгән тораҡ йорт янып китә. Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

«Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамал өс баланы үлемдән ҡотҡарған. Әсә уларҙы яңғыҙы өйҙә ҡалдырып, магазинға сыҡҡан булған. 10 йәшлек ҡыҙ сирена тауышын ишетеп, дүрт айлыҡ ҡустыһын ҡулға алған һәм һигеҙ йәшлек һеңлеһен етәкләп, янған йорттан сығып өлгөргән», — тип белдерҙе Фәрит Ғүмәров. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас