Радий Хәбиров белдереүенсә, Өфөлә яңы ял урыны булдырылды, тик уға йән өрөргә кәрәк. Ҡайһы урын икәнен аңлағанһығыҙҙыр. Көньяҡ күперҙән Салауат Юлаев һәйкәленә табан Ағиҙел буйын оҙаҡ ҡына яңыртылалар бит инде.
– Тиҙерәк ҡалған эштәрҙе тамамларға. Оҙайлы, ауыр, ентекле хеҙмәт һәм халыҡтың тәнҡитләүе аша, һөҙөмтәлә, баш ҡала өсөн яңы ял объекты булдырылды. Хәҙер уға йән өрөргә кәрәк. Эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итәм: бер-ике йылдан унда бер квадрат метр ҙа буш урын ҡалмаясаҡ. Яр буйы әкренләп йәнләнә. Әлегә стационар булмаған сауҙа урынлашҡан. Быйыл уҡ төрлө кимәлдәге ресторан, спорт объекттары төҙөй башларға кәрәк. Был ер яйлап ҡына кешеләрҙең яратҡан урыныа әүерелә бара. Ул булырға тейеш! Бик матур урын, – тигән Радий Хәбиров.