Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июнь 2021, 06:39

Папановка ауылы халҡы ФАП-лы булды!

Шаран районының Папановка ауылында заманса һәм уңайлы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

«Был ФАП СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Иван Димитриевич Васильевтың исемен йөрөтәсәк. Ул үҙ эшенең оҫтаһы, грамоталы һәм намыҫлы фельдшер булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2018 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Ивана Дмитриевич эшләгән йылдарҙа эргә-тирәләге ауылдарҙа балаларҙың үлем осрағы бер тапҡыр ҙа теркәлмәй, кешеләр ҡорһаҡ тифы, дифтерия кеүек ауырыу менән бөтөнләй сирләмәй.
«2021 йылда беренсел звеноны яңыртыу» программаһы ярҙамында Шаран районының алты ауылында ФАП асыласаҡ – Тархан, Урсай, Писарев, Иҫке Томбағош, Анисимова Поляна һәм Яңы Таулар.
Шулай булырға тейеш, ауыл халҡына ябай ғына һорауҙар буйынса район дауаханаһына барып, сиратта ултырырға кәрәкмәйәсәк. 2021 йылда республикала дөйөм 65 ФАП асыласаҡ», – тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Читайте нас