Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июнь 2021, 06:49

«Хәҙер мәктәп шартлаясаҡ...»

Өфөлә 16 йәшлек үҫмер үҙе уҡыған белем усағына шартлатҡыс һалған.

«Терроризм акты тураһында ялған хәбәр» статьяһы буйынса 16 йәшлек уҡыусыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл мартта гимназия уҡыусыһы үҙенең кеҫә телефонынан мәктәп директорының ҡабул итеү бүлмәһенә шылтыратҡан һәм уҡыу йортона шартлатҡыс һалыныуы тураһында хәбәр иткән. Һөҙөмтәлә ғәҙәттән тыш хәлгә хоҡуҡ һаҡсылары йәлеп ителә. Үҫмер үҙенең ғәйебен таныған. Енәйәт эше тикшереү өсөн Октябрь районы судына ебәрелгән.

Читайте нас