Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июнь 2021, 11:30

Бал ҡорттары закон тарафынан яҡлана

Июнь аҙағында «Рәсәй Федерацияһында умартасылыҡ тураһында» федераль закон үҙ көсөнә инәсәк.

Ул тармаҡҡа дәүләт ярҙамы механизмдарын көйләйәсәк, умарталыҡты агрохимик һәм пестицидтар менән ағыуламаҫ өсөн һаҡлаусы механизмдар индерәсәк. Яңы закондың иң мөһим нигеҙҙәренең береһе – умартасылыҡты иген культураларын эшкәртеүҙә ҡулланылған химик матдәләрҙән һаҡлауға йүнәлтелгән саралар.

«Закон ауыл хужалығы етештереүселәренең ҡырҙарҙы химик матдәләр менән эшкәртеүҙе планлаштырғанда өс көн алдан эшкәртеләсәк ерҙәрҙән ете саҡрым яҡын арала урынлашҡан умарталыҡ хужаларын иҫкәртергә тейеш. Әгәр умартасылар эш шарттарын һәм ысулдарын, химик матдәләренең исемен, уларҙың ҡурҡыныс класын алдан белһә, умарталарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн алдан саралар күрә алыр ине», – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Республика парламенты спикеры әйтеүенсә, 2019 йылдың йәйендә умарталарҙың күпләп һәләк булыуы әлеге хоҡуҡ нормаһын әҙерләүгә сәбәпсе булған.

«2019 йылда Рәсәйҙә 80 меңдән ашыу бал ҡорто ғаиләһе һәләк булды. Умарталарҙың күпләп үлеүе илдең утыҙ төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла теркәлде. Ауыл хужалығы министрлығы һәм Россельхознадзор мәғлүмәте буйынса, төп сәбәп – баҫыулыҡтарҙы пестицидтарҙан ағыулау», – тине парламент спикеры.

Законға ярашлы, шәхси умарталыҡты тоҡомло ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәрҙән 25 саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлаштырып буласаҡ. Умарталыҡ ауыл хужалығы ерҙәрендә, шулай уҡ шәхси ер биләмәләрендә рөхсәт ителә. Умартасыларға дәүләт һәм урындағы хакимиәт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге тыуҙырыласаҡ. Һуңғы 30 йылда Рәсәйҙә умарталар һаны кәмей. Әгәр 1990 йылда барлыҡ категориялағы 4.5 миллион бал ҡорто ғаиләһе булһа, 2000 йылда уларҙың һаны 3.4 миллионға тиклем кәмей. Росстат мәғлүмәте буйынса, 2019 йылда умарталар һаны 3 миллиондан да аҙыраҡ булған.

Читайте нас