Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июнь 2021, 05:49

Ирина Слуцкая яҡташыбыҙҙы ниңә тәнҡитләй?

Хәтерегеҙҙәлер, донъя чемпионатындағы бер уйында Тамара Танһыҡҡужинаның өҫтәленән илебеҙ флагын алып ташлағайнылар.

Ул саҡта башҡорт спортсыһы еңелде һәм, һөҙөмтәгә ошо ваҡиға тәьҫир итте, тигәйне. Фигуралы шыуыу буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Ирина Слуцкаяға яҡташыбыҙ нимәһе менән ярамағандыр, билдәле фигуристка уны ҡаты итеп тәнҡитләне. Слуцкаяның фекеренсә, спортсыға тышҡы факторҙар йоғонто яһамаҫҡа тейеш.

«Бына профессионал ултыра икән, ти. Һәм уның исеме яҙылған таблоны килеп алдылар. Ул тирә-яғына ҡаранып, иғтибарын икенсе әйбергә йүнәлтә. Һөҙөмтәлә ул еңелә. Ғәфү итегеҙ, һеҙ бында таблоға ҡарарға килдегеҙме ни? Һеҙ ярышырға килгәнһегеҙ. Иғтибарҙы ситкә йүнәлтергә ярамай. Сөнки һеҙ үҙ илегеҙ өсөн көрәшергә килгәнһегеҙ. Әлбиттә, профессионал үҙен былай тотмаясаҡ», – тине Ирина Слуцкая.

Белеүебеҙсә, яҡташыбыҙ һуңыраҡ Польша спортсыһын барыбер еңеп ҡуйҙы һәм үҙенең титулын яҡлауға өлгәште.

Читайте нас