Улар инде үҙ тарихында туғыҙынсы тапҡыр өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнә. Немецтар иһә, былай уңышлы сығыш яһап, хатта Рәсәй уйынсыларын да уҙып китте.
Оҙаҡламай төп приз өсөн көрәш башланасаҡ. Канада командаһы уҙған беренселек чемпионы – Финляндия уйынсылары менән сәкәләшәсәк. Хоккей иле төп кубокты 26 тапҡыр күккә сөйһә, финдар әлегә өс тапҡыр ғына.