Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июня 2021, 09:10

Канада «турис»тары бәлки АҠШ-ты ла кәмһетер…

Бөгөн хоккей буйынса донъя чемпионатының ярымфинал осрашыуҙары уҙасаҡ.

Рәсәй «йондоҙ»ҙарын кәмһеткән Канада малайҙары АҠШ командаһы менән сәкәләшһә, уҙған беренселек чемпионы – Финляндия уйынсылары немецтарға һынау тотасаҡ. Әлбиттә, тәүгеһе күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Берҙән, Канада командаһы, ҡайһы бер белгестәр әйтеүенсә, туристарҙан торған состав менән плей-оффҡа саҡ эләгеп, төп призға дәғүә иткән «ҡыҙыл машина»ны өйөнә ҡайтарып ебәрҙе. Һәм дә улар Америкаға ла тешен ҡайраясаҡ. Ә инде АҠШ командаһы тотороҡло сығышы менән, бәлки быйыл 60 йылдан һуң «алтын»лы ла булыуы ихтимал. Шуға ла уларҙың үҙ-ара сәкәләшеүе, бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Икенсе ярымфиналда иһә, финдар дәғүәсеһенән әллә ни ҡаршылыҡ күрмәҫ кеүек. Немецтар былай ҙа башынан аша һикерҙе…
фото: ТАСС.
Читайте нас