Намаҙ уҡыу бүлмәһен асыу инициативаһы менән Күмертау ҡалаһының һәм Көйөргәҙе районының имам-мөхтәсибе Азат хәҙрәт Хәлилов сығыш яһаған. Был тәҡдимде «Юлсы» юл буйы комплексы хужаһы Азамат Яҡшыбаев хуплап, материаль сығымды үҙ өҫтөнә алған.
Р-240 трассаһындағы тәүге намаҙ бүлмәһе бик уңайлы һәм матур килеп сыҡҡан.
«Мөхәмәт саллалаһу-ғәләйһиссәләм, әгәр һеҙ кемдәндер үрнәк алып, изгелек эшләйһегеҙ икән, сауап өлгө күрһәткән кешегә лә яҙыласаҡ, тигән».
Мөфтөй Айнур Бирғәлиндең әйтеүенсә, намаҙ өсөн күп кәрәкмәй – иң мөһиме, ул урын яҡты, таҙа булһын, ә ҙурлығы мөһим түгел, мосолмандарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн ун квадрат метр ҙурлыҡтағы бүлмә лә етә.