Архангель, Ауырғазы, Әлшәй, Баҡалы, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Иглин, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Миәкә, Нуриман, Тәтешле, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Яңауыл районы халҡы яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуын байрам итә. Билдәле булыуынса, һабантуй көнөндә муниципалитеттарҙа "ҡоро закон" ғәмәлдә. Бынан тыш, коронавирус пандемияһы шарттарында ойоштороусылар дезинфнкция сараларын үткәреү буйынса тәҡдимдәрҙе тоторға тейеш. Райондарҙа һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙың барыһының да битлектә булыуын күҙәтеүҙе ойоштороға, ҡулдарҙы эшкәртеү өсөн шарттар булдырыуҙы тәьмин итергә бурыслылар.