Улар, плей-оффҡа саҡ эләгеп ҡалған Канада уйынсыларына өҫтәмә ваҡытта 1:2 иҫәбенә отолоп, миҙалһыҙ ҡалды. Ә бит маҡсаттары ниндәй ине?.. Барыһы ла уларҙың муйынына алдан алтын миҙал тағып, аяҡ салырҙай дөғүәселәре юҡ тип, яу һалды. Тегеләре күрәһең, ышанған… Рәсәйҙең «йондоҙ»ло составы, Канаданың 20 йәшлек малайҙарына ҡаршы ысул таба алмай, мәсхәрәле рәүештә донъяны шаңҡытты. Хәҙер инде беҙҙекеләр ун йылдан ашыу Канаданы үтә алмай ыҙалана. Тимәк, тегеләр көслө. Улар үҙҙәре лә уйын алдынан был хаҡта белдерҙе. Ваҡыт инде, уны танырға….