Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июня 2021, 05:12

Көн торошо

Синоптиктар алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы.

Бөгөн төньяҡ райондарҙа ямғыр көтөлмәй, ә бына көньяҡта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 4,9, көньяҡта – 14, көндөҙ 17–22 градус йылы.
5 июндә көндөҙ яуым-төшөм булмаясаҡ, төндә көньяҡ райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә – 7-12, урыны менән – 2, көндөҙ 20–25 градус йылы.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас