Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июнь 2021, 16:25

Испания меценаттары яҡшымбәттәрҙе нисек ҡыуандырған?

Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылы халҡы бындай бүләкте һис көтмәгән.

Күптән түгел Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылында һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә 212 ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Был изге эште иң тәүҙә ошо ауылда тыуып-үҫеп, бөгөн Испанияла йәшәгән Фирүзә Бикмаева «Атайсал» проектына ҡушылып, башлап ебәргән. Һөҙөмтәлә ҡатын эшләп йөрөгән Astra Properti Invest S халыҡ-ара инвестиция компанияһы «Мәрхәмәтлек шаһиты» хәйриә ойошмаһы ярҙамында яҡшымбәттәргә үҫенте һатып алыуға 530 мең һум аҡса күсергән.
Бөгөн Яҡшымбәт ауылының мәҙәниәт йорто алдында, һуғышта башын һалған ғәзиз һалдаттарға дан йырлап, ҡупшы ҡарағайҙар талғын елгә тибрәлә. Бында әле эштәр тамамланмаған, яҡын киләсәктә аллея һәм ял биләмәһе ойоштороу күҙаллана.
«Мин үҙемдең тыуған яғымды, телемде яратам. Тыуған ауылыма ярҙам итә алыуыма шатмын. Уның һәр ваҡыт матур булып, балҡып ултырыуын теләйем. Артабанда ла кесе Ватаныма ярҙам итәсәкмен», – ти Фәйрүзә ханым.
Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылы биләмәһенән 433 кеше фронтҡа киткән. Уларҙың 198-е тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтмаған.
Көйөргәҙе районында «Атайсал» проекты ярҙамында биш проект тормошҡа ашырыла: Иҫке Морапталда мәктәп, Яҡутта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск, ә Яманһарҙа мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелә.
Читайте нас: