Әйткәндәй, күк бүре – Борайҙың символы. Дизайн-макет авторы – башҡорт скульпторы Илдус Закиров. Мәғлүм булыуынса, ул район гербында һәм флагында ла һынландырылған. “Скульптура бик матур һәм үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. Яңы арт-объект район халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан фотоға төшөү урынына әүерелер, тип ышанам”, – тип белдерҙе Борай районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Илгиз Харисов.