Өфө халҡына һәм баш ҡала ҡунаҡтарына ҡотлау хатын Телеүҙәккә килеп тапшырырға була. Хаттар бүлеге эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 5-се яртыға тиклем тәнәфесһеҙ эшләй.
Район-ҡалаларҙа, күрше өлкәләрҙә йәшәүселәр ҡотлау хатын банк бүлексәләре аша, иҫәпкә тейешле сумманы күсереп, электрон почтаға ебәрә ала. Ҡотлау биреү тәртибен һәм реквизиттарҙы «Юлдаш» радиоһының рәсми сайтында һәм радионың «Бәйләнештә»ге селтәрендәге төркөмөндә ҡарарға мөмкин. Бөгөнгө электрон заманда интернет аша биреү тәртибе бик ябай һәм тиҙ.
Заказ эшләү өсөн ҡотлаған кешегеҙ тураһында тулы мәғлүмәтле хат биреүегеҙ мөһим. Яҡынығыҙҙың тыуып-үҫкән, йәшәгән ере, эшләгән урыны, ғаилә хәле, яратҡан шөғөлө, шәхси һыҙаттары хаҡында мәғлүмәт яҙыуығыҙ һорала. Хат мөхәррирләнеп, тыңлаусы күңеленә еткерелә. Ҡотлауҙы ниндәй көнгә, ниндәй телдә тапшырыуығыҙҙы ла мотлаҡ күрһәтергә кәрәк. Элемтә өсөн телефонығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ. Эфирҙа йырҙар ҡабатланмаһын өсөн, заказ биреүсе кешегә ҡағылған төп талаптарҙың береһе – йырҙың ике вариантта булыуы. Беҙҙең реквизиттарға үҙегеҙгә уңайлы банк бүлексәһендә йә онлайн тәртиптә аҡса күсереп, хатты компьютерҙа баҫтырып йә иһә ҡулдан аңлайышлы яҙып, квитанция күсермәһе менән бергә ебәреү мотлаҡ. Эфирҙан һуң, ҡотлау йә дискка яҙҙыртыла, йә электрон почтағыҙға ебәрелә.
15 июндән «Юлдаш» радиоһында «Ҡәҙерле кешемә» программаһында ҡотлауҙарға хаҡ арта. Яңы хаҡ буйынса ул 1200 һум торасаҡ. Алдан түләгәндә иғтибарлы булығыҙ.
Электрон почтаның адресы: radioufa2013@yandex.ru
Ғүмер миҙгеленең теҙмәһен барлағанда тыуған көндәр, юбилей тантаналары онотолмаҫ миҙгел булып ҡалһын тиһәгеҙ, «Юлдаш» радиоһындағы «Ҡәҙерле кешемә» музыкаль ҡотлауҙар программаһына мөрәжәғәт итегеҙ.
Байрамдар мөбәрәк, ҡыуаныслы мәлдәр «Юлдаш» радиоһы менән уртаҡ булһын!