Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июнь 2021, 10:45

Ур-ра, быйыл һөт эсәсәкбеҙ!

Өфөлә быйыл "Һөт иле" фестивале үтәсәк. Был сарала халыҡ айырыуса һөт эсергә ярата. Хатта рекорд ҡуйған саҡ булды.

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, быйыл 28 августа Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында ҙур фестиваль үтәсәк. "Һөт иле" сараһында ауыл хужалыҡтары, фермерҙар ҙа теләп ҡатнаша.
Уны үткәреүгә әҙерлек башлана.
Иҫегеҙҙәлер әле, 2019 йылда фестивалдә 60 мең стакан һөт эселгәйне. 12 тонна был. Үәт, тәмле-е ине ул һөт!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас