Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июнь 2021, 07:03

Туғыҙ йәшлек «иҫерек малайҙың» эшен тикшереү тамамланды

#Йәшлек

Былтыр июль айында туғыҙ йәшлек Артур велосипедта йөрөгәндә «УАЗ» машинаһы аҫтына эләгә. Уны ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға килтерәләр. Бәхеткә күрә, табиптар малайҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡала. Бөгөн Артурҙың ғүмеренә хәүеф янамай, ул һау-сәләмәт.

Авария булған көндә Артурҙан ҡанға анализ алалар. Тикшеренеүҙәрҙән һуң, туғыҙ йәшлек баланың ҡанында 0,33 грамм күләмендә этил спирты барлығы асыҡлана.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, малай составында этил спирты булған аҙыҡ ашаған, тип асыҡлағайны. Ошо көндәрҙә сабыйҙың эше буйынса Тәфтиш комитеты тикшереүҙе тамамланы. Анализ һөҙөмтәләре хаталы тип танылды. Баҡһаң, ҡанға анализ үткәреү процедураһы дөрөҫ башҡарылмаған. Ә бынан алда ведомствола табиптар тарафынан хата ебәрелмәүе хаҡында хәбәр иткәйнеләр. Хәҙер иһә социаль селтәрҙә кешеләр быны эшләгән аҡ халатлыны яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы даулай.
Һөҙөмтәлә ғәйепле водитель баланың ата-әсәһенән ғәфү үтенгән һәм зыянды ҡаплаған.
Читайте нас