Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июнь 2021, 11:00

"Теге" аварияла аты ҡазаланған ағайға Радий Хәбиров ат бүләк итте

Үткән аҙна шәмбеһендә Мәсетле районында булған фажиғә барыһын да тетрәтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: матур итеп биҙәлгән инәй-олатайҙар тейәлгән атлы арбаға машина килеп бәрелә... Бының туралағы видеояҙма тәүҙә беҙҙең төркөмдә ҡуйылған ине. Аҙаҡ ул социаль селтәрҙәрҙә бар Рәсәйгә таралды. Ошо көндәрҙә БР Башлығы Радий Хәбиров фажиғә урынында - Мәсетле районында Яңы Мөслим ауылында булды һәм кешеләр менән осрашты. Ул унда аварияла атынан яҙған Марсель Шәрифуллинға ат бүләк итергә вәғәҙә итте. Бөгөн ағайға бүләкте килтерҙеләр.

Мәсетле районы башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова Марсель Мәғәсүм улына Орлов тоҡомло ике йәшлек юртаҡты тапшырҙы.

Бынан тыш, Радий Хәбиров фажиғәлә зыян күреүселәр дәүләт иҫәбенә дауаланасаҡ тип белдерҙе.
Читайте нас