Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июнь 2021, 10:25

Башҡортостанда 1,67 миллиард һумға мал һимертеү комплексы төҙөлә

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән «Башҡорт ит етештереүселәр союзы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәттәшлек алып барырға килеште. Документҡа Премьер-министр Андрей Назаров менән йәмғиәттең генераль директоры Олег Авласевич ҡул ҡуйҙы.

– 2020 йылда ил төбәктәре араһында республика ит етештереү буйынса тәүге урынды яуланы – 174,7 мең тонна, – тине Андрей Назаров. – Дөйөм, тереләй ауырлыҡта 427 мең тонна мал һәм ҡош-ҡорт һуйылды, 2019 йылға ҡарағанда үҫеш 105,9 процентҡа артҡан. 2024 йылға яңы инвестиция проекттары ярҙамында ит етештереүҙе 500 мең тоннаға еткерергә тейешбеҙ. Мал һимертеү комплексы ла ошо маҡсатта булдырыла. Проект «Мәләүез ит комбинаты» һәм «Башҡорт ит етештереүселәр союзы» компаниялары ингән агрохолдингта тормошҡа ашырыласаҡ.
«Мәләүез ит комбинаты»ның яңы программаһы Көйөргәҙе районында тормошҡа ашырыласаҡ. Инвестор 200 миллион һум аҡса бүлгән. Ул алынған майҙансыҡтарҙы ремонтлауға, мал, техника һатып алыуға, иген келәтен төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Бөгөн холдингта 1,9 мең һыйыр малы иҫәпләнә. 2023 йылда был һанды 5 меңгә еткереү планлаштырыла. Бының өсөн 2021-2022 йылда фидлоттар төҙөләсәк. Проектҡа дөйөм 433,5 миллион һум аҡса талап ителә.
Икенсе инвестор Федоровка районында малсылыҡ комплексы төҙөү менән ҡыҙыҡһына. Ошо маҡсатта районда «Башҡорт лимузины» агрохолдингы булдырылған. Унда 15 мең һыйыр малы көтөү планлаштырыла. Инвестиция – 1,23 миллиард һум.
Дөйөм алғанда, ике проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1, 67 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Был – 130 яңы эш урыны. Шулай итеп, компанияла эре мал һаны 20 меңгә тиклем барып баҫасаҡ. Яңы холдинг «Мәләүез ит комбинаты»ның сеймалға ихтыяжының яртыһын ҡәнәғәтләндерәсәк.
– Республикала ит күпләп етештерелеүгә ҡарамаҫтан, яҡшы тоҡомло малдың итен бик аҙ алабыҙ. «Башҡорт ит етештереүселәр союзы»ның яңы инвестпроекты ошо мәсьәләне хәл итер тип өмөтләнәм, – тип белдерҙе вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов.
Читайте нас