Яҡынса фараздар буйынса рәсәйҙәр Төркиәгә 21 июндән һуң китә ала. Барыһы ла пандемияға бәйле. Әгәр ҙә коронавирус (Рәсәйҙә түгел, ә Төркиәлә) таралыу ҡурҡыныс булмаҫлыҡ хәлгә еткәнсе кәмеһә, туристарға юл асыласаҡ. Бәлки, 1 июлдән һуң булыр.
Рәсәй туроператорҙары ассоциацияһынан белдереүҙәренсә, 2 – 21 июнь арауығында Төркиәгә беҙҙән 262 мең кеше (иң ҙур алты туорператор һатҡан) барып ҡайтырға тейеш булған. Йәғни тур һатып алған. Йәнә лә 10 меңгә тиклем кеше бәләкәйерәк компанияларҙа тур бронләүе ихтимал. Әгәр 15 апрелдән 21 июнгә тиклем осорға тейеш булған кешеләрҙе һанаһаҡ, улар 795 меңгә етә.
Үҙебеҙҙә лә шәп кенә итеп ял итеп була. Етмәһә, “туристик кешбэк” программаһы эшләй. Тәүге этабында турҙар 17 мартта һатыла башлағайны. Уның буйынса сәйәхәткә 30 июнгә тиклем сығырға мөмкин (һатыу 15 июнгәсә). Икенсе этабы тиҙҙән башланасаҡ. Йәғни турҙарҙы октябрь-декабрь айҙарына һатып алырға була. Кешбэк талаптары шундай: Рәсәй буйлап сәйәхәт итергә, 2 төндән дә (ҡунаҡханала ҡалыу) кәм булмаған турҙы “Мир” картаһы менән түләргә.