Бындай мөмкинлек менән нисек файҙаланырға?
Уҙған йылдың сентябрендә республикала «Туризм» милли проектына ярашлы, «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» проекты тормошҡа ашырыла башланы. Әлеге проект төбәктә туризмды үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уның ярҙамында оло йәштәгеләр республикабыҙҙың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт итә ала. Социаль турҙы БР-ҙың Туризм буйынса дәүләт комитеты Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, район-ҡала хакимиәттәре менән берлектә ойоштора.
Туризм буйынса белгестәр, экскурсия сәйәхәтенең программаһына автобусты ҡуртымға алыу, тур ҡатнашыусыларын страховкалау, музейҙарға йөрөү, гид һәм экскурсия ойоштороу хеҙмәттәре инә, тип аңлата. Ҡатнашыусылар үҙ иҫәбенә туҡлана – 200-300 һум. Социаль турҙа 60 йәштән өлкән ир-егеттәр һәм 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашырға мөмкин. Теркәлеү бушлай. Был мөмкинлек йылына бер тапҡыр ғына бирелә.
Проектта ҡатнашыу өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм үҙегеҙгә уңайлы маршрутты һәм датаны һайларға кәрәк, йә муниципаль район йәки ҡала округының хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.