Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июнь 2021, 14:20

Өфөнөң 8 Март урамында светофорҙар һәм яҡтыртҡыс бағаналары ҡуйыла башланы

Бар эш "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса башҡарыла. Объекттың дөйөм оҙонлоғо 1,168 саҡрым тәшкил итә. ⏬

Ҡала көнөндә бынан - Минһажев урамынан Әй урамына тиклем арала хәрәкәт асыласаҡ.
Бөгөнгә өс ҡат асфальт-бетон япмаһы һалынған, техник һыҙаттар тәм тротуарҙар ҡорола. Киләһе аҙнала юлға разметка төшөрөләсәк. Бынан тыш объектта светофорҙарҙы һәм яҡтыртҡыстар яңынан ҡороу башланды. Әле эш Әй урамы менән 8 Март урамы киҫелешендә башҡарыла.
Ғөмүмән был урамда 60 яҡтыртҡыс бағанаһы, 24 йәйәүле үткәреүсе һәм 35 транспорт светофоры, 10 тауыш менән оҙатыу ҡорамалы ҡуйыласаҡ.
Читайте нас