Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июня 2021, 10:10

Берәҙәк эттән тынғы булмаҫ инде!

Әбйәлил районында йылҡысылыҡ тармағын үҫтергән фермер Айтуған Фәттәхов саң ҡаға: был төбәктә хужаһыҙ эттәр эре малды аямай. Улар көн һайын яңы тыуған ҡолондарҙың башына етә.

- Учалыла булған хәлдән һуң берәҙәк эттәргә бәйле мәсьәлә хәл ителер, тип уйлағайным. Ышанысым аҡланманы. Әле мал ғына зыян күрһә, артабан ҡырағайҙарҙың кешегә һөжүм итмәйәсәгенә гарантия юҡ, – ти йәш фермер.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас