Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июнь 2021, 11:15

Автомобилдәрҙең төтөнөн кәметеп була икән

Өфө уҡыусылары автомобилдәрҙән һауаға сыҡҡан зарарлы төтөндө кәметеү ысулын уйлап тапҡан.

Асышты Герман Йәнғәлин һәм Ленар Рәшитов яһаған. Улар һөрөм газының ҡалдыҡтарын нейтралләштергән һәм икенсе мәртәбә уларҙы яғыулыҡҡа әүерелдергән система өҫтөндә эшләй.
Герман – конструктор-әҙерләүсе. Ленар – программист-электроник, һынаусы. Улар процестың 3D моделен эшләгән һәм ғәмәлдә һынап ҡараған.
Йәштәрҙең проекты менән инвесторҙар ҙа ҡыҙыҡһынған. Әлеге ваҡытта улар Парижда халыҡ-ара асыштар күргәҙмәһенә һайлап алыу этабын үтә.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас