Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июня 2021, 11:30

Ҡариҙелдә велоуҙыш үтте

Май айының һуңғы көнөндә бында Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнөнә һәм "Спорт - йәшәү нормаһы" милли проекты буйынса традицион велоуҙыш ойошторолдо. Был көндө район үҙәгенең мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда ике тәгәрмәсле "тимер ат"тарға атланған 10 йәштән 50 йәшкә тиклемге спортсылар йыйылды. Аҙаҡ барыһы ла үҙәк Ленин урамы буйлап ауылға ингән стелаға тиклем елдерҙе.


Сарала райондың ойошма-предприятиелары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, йәштәр, мәктәп уҡыусылары, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты үҙ иткән әүҙемдәр ҡатнашты. Аҙаҡтан тәүге урындарҙы алыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.
Район башлығы Айҙар Шәйҙуллин барыһын да сәләмләне һәм түбәндәге телмәр менән сығыш яһаны:
- Беҙҙең өсөн балаларҙың эскелек кеүек насар ғәҙәттәрҙән ситтә тороү үҫеүҙәре мөһим. Улар яҡшы традициялар күрергә, ҡыҙыҡлы шөғөл табырға, лайыҡлы эшләргә, дөрөҫ ял итә белергә өйрәнергә тейеш. Беҙ йәш быуынға сәләмәт йәшәү рәүеше мөһимлеген аңлатырға тейешбеҙ.


Читайте нас